-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Боланут йыйырға онотмағыҙ!

Йәйҙең матур көндәренән файҙаланып, шифалы үләндәр, тамырҙар, емеш-еләк йыйып ҡалырға тырышығыҙ. Ҡышын һалҡын тейеп ауырығанда дарыуҙар һатып алып эсеп ултырғансы, хуш еҫле сәйҙәр, төнәтмәләр, ҡайнатмалар менән дауаланырға мөмкин бит.

Боланут йыйырға онотмағыҙ!
Боланут йыйырға онотмағыҙ!

Имунитетты нығытҡандарын даими ҡулланһаң, тағы ла хәйерлерәк.

Боланут (Иван-чай, кипрей) хаҡында белмәгәндәр бик һирәктер, моғайын.  Ул бар ерҙә лә тиерлек үҫә, бейек, ҡуйы һәм сәскәләре эре булғанлыҡтан, әллә ҡайҙан күренеп тора.

Боланутта һаулыҡ өсөн мөһим витаминдар, аминокислоталар күп. Уларҙан яһалған сәйҙең кешене тынысландырыуы, хәүеф тойғоһонан арындырыуы, арыуҙы баҫыуы, баш мейеһе эшсәнлеген яйға һалыуы, хәтерҙе яҡшыртыуы, тән температураһын һәм ҡан баҫымын төшөрөүе, вирустарҙы үлтереүе һәм башҡалар. Был үҫемлек менән дауаланыуҙы кардиолог, дерматолог, гинеколог, невролог, гастроэнтеролог кеүек белгестәр кәңәш итеүе мөмкин. Ул ирҙәргә, ҡатындарға, балаларға ла файҙалы.

Фото: oir.mobi

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: