Аяҡтарындағы ҡан тамырҙары ауырыуы – тромбофлевит менән интегеүселәр өсөн бик шәп ярҙамсы үҙе. Дауаланыу өсөн үлән тамыры менән бергә ҡулланыла. Дарыу әҙерләү өсөн суйын һауыттың яртыһын билсән менән тултырып, өҫтөнә һыу һалалар ҙа 50 минут самаһы ҡайнаталар. Унан 4 сәғәт дауамында йылы урында төнәтергә кәрәк. Хәҙер инде буялмаған кизе-мамыҡ туҡыманы оҙон таҫма итеп йыртып алаһың да, әлеге төнәтмәгә манып алып (һыуын һығырға кәрәкмәй), аяҡтарға бинт кеүек урайһың. Ләкин тығыҙ итеп түгел, шешенерлек булмаһын. Уралған туҡыма өҫтөнән полиэтилен менән, уның өҫтөнән тағы йылы туҡыма менән урарға кәрәк. Ошо компрессты 20 минуттан алып 2 сәғәткә тиклем тотолорға кәңәш ителә, кибеп бөткәнсе мөмкин. Ләкин бындай компресс менән йоҡларға кәңәш ителмәй.
Фото: www.artmajeur.com