+14 °С
Ямғыр
Сәләмәтлек кәштәһе
28 Сентябрь 2022, 07:00

Тамаҡ ауырта башлаһа...

Һалҡын тейәме, вирус эләктерһәңме иң тәүҙә тамаҡ ауырта башлай. Тиҙерәк һауығайым тиһәң, ваҡытында сараһын күрергә кәрәк. Тамаҡ төбө ҡыжмырлай башлау менән көнөнә бер нисә төр үлән төнәтмәһе менән сайҡатырға тырышығыҙ.

Тамаҡ ауырта башлаһа...Тамаҡ ауырта башлаһа...
Тамаҡ ауырта башлаһа...

Аҡ сәскә (ромашка), йылан тамыры (шалфей) йәки пәйғәмбәр тырнағы (календула) үләндәренән яһалған төнәтмәнең ярҙамы тиҙ һиҙелер. Бының өсөн стаканға бер аш ҡашығы үлән һалып, өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡояһың да 15 – 20 минут ҡаплап тотаһың.

Муйын тирәһенә йылытылған компресс ҡуйыуҙың да файҙаһы бар: марля киҫәген йылытылған көнбағыш майына манып алаһың да ауыртҡан ереңә ябаһың. Өҫтөнә балауыҙлы ҡағыҙ йә иһә пленка ҡаплап, йылы шарф менән уратып ҡуяһың.

Һау булайыҡ, ауырымайыҡ!

Фото: afrodita-spa.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас