+15 °С
Облачно
Сәләмәтлек кәштәһе
29 Сентября 2022, 06:00

Йөрәк серҙәре

Бөгөн бар донъяла йөрәк көнө билдәләп үтелә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына иғтибар йүнәлтеү, уларҙы булдырмай ҡалыу маҡсатынан уйлап табылған. Кешенең иң мөһим ағзаһы тураһында беҙ ниҙәр беләбеҙ һуң?

Йөрәк серҙәреЙөрәк серҙәре
Йөрәк серҙәре

* Оло кешенең йөрәге яҡынса минутына 72 мәртәбә тибә. Был көнөнә – 100 мең, йылға – 36,5 миллион, ғүмер буйына 2,5 миллиард тапҡыр тигән һүҙ.

* Ир-аттарҙың йөрәге ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда ҙурыраҡ һәм ауырыраҡ.

* Кеше сөскөргәндә йөрәге туҡтап тора.

* Баланың йөрәге әсә ҡарынында 4 аҙналыҡ ваҡытта тибә башлай.

* Кешенең йөрәге күкрәктең һул яғында түгел, үҙәктәрәк урынлашҡан.

*Көлөү йөрәк өсөн бик файҙалы.

* Кешенең аң-белем дәрәжәһе юғарыраҡ булған һайын, уның йөрәк ауырыуҙары менән сирләү мөмкинлеге лә кәмей.

Фото: ivmed.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас