

Ауырыу ике төрлө була: ҡар тамырҙары тромбозы һәм артериаль. Тәүгеһендә аяҡ зәңгәрләнһә, икенсеһе булғанда ул ағарып, һыуына.
Хәүеф төркөмөнә нигеҙҙә, ҡан ойошоу һәләте боҙолған һәм ҡан тамырҙарының варикозлы киңәйеүе менән интегеүселәр керә. Шулай уҡ имгәнеү ҙә тромбозға килтерергә мөмкин.
Ауырыу башланыуын һиҙеп ҡалыу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, ти белгестәр. Сөнки сир, әгәр ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтелмәһә инфаркт һәм инсультҡа, хатта үлемгә лә килтерергә мөмкин.
Фото: mositalmed.ru