+18 °С
Облачно
Сәләмәтлек кәштәһе
3 Ноября 2022, 11:30

Сөгөлдөр

Халыҡ медицинаһында сөгөлдөр бәүел ҡыуҙырыу, эс йомшартыу өсөн һәм ялҡынһыныуға ҡаршы киң ҡулланыла. Ул организмда матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ҡан баҫымын төшөрә, организмды сыныҡтыра.

СөгөлдөрСөгөлдөр
Сөгөлдөр

Йодҡа бай сөгөлдөр айырыуса атересклероз һәм гипотериз менән ауырыусыларға файҙалы. Ҡан баҫымы юғары булғандарға сөгөлдөрҙө түбәндәге ысулдар менән ҡулланыу отошло:

  1. Ваҡ ҡырғыста ыуылған сөгөлдөрҙөң һутын һығығыҙ. Шуны берәр сынаяҡлап, көнөнә 3 тапҡыр һәр ашау алдынан 4 көн рәттән эсегеҙ.
  2. Яңы һығылған (бешерелмәгән) сөгөлдөр һутына яртылаш күләмдә йүкә балы һалып болғатығыҙ. Ҡатнашманы яртышар сынаяҡлап, көнөнә 3-4 тапҡыр, ашауҙан һуң эсергә кәрәк. Был ысул менән яһалған йылы ҡатнашма һалҡын тигәндә ла дауа.

  Фото: clever-lady.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас