

Бының өсөн бер литрлы банка алырға һәм уны һуған ҡабығы менән тултырырға кәрәк. Шунан һуң һауыт тулғансы араҡы ҡояһың, өҫтөнә бер пакет ҡәнәфер (тәмләткес магазинда һатыла) һалаһың. Төнәтмәне 10 көн буйына ҡараңғы урында тоторға кәрәк. Ваҡыт-ваҡыт һауыттағы шыйыҡсаны бутап-бутап алырға ла онотмағыҙ.
Сәсегеҙҙе йыуыр алдынан, мамыҡ тампонды ошо төнәтмәгә манып алып, шыйыҡсаны сәс төптәренә һөртөргә кәрәк. Шунан һуң сәсегеҙҙе полиэтилен пленка менән ҡаплап йәки душ өсөн башлыҡ кейеп, 2–3 сәғәткә йылы яулыҡ йәки таҫтамал менән урап тотоу мотлаҡ.
Бының һөҙөмтәһе иҫ китерлек! Сәстәр тиҙ һәм ҡуйы булып үҫә, ҡойолоуҙан туҡтай. Шуныһы бар: һуған ҡабығы төнәтмәһенең еҫе шаҡтай ныҡ. Сәсегеҙҙән һуған еҫе аңҡып йөрөмәһен өсөн, төнәтмә һөртөү процедураһынан һуң башығыҙҙы йыуғас, саҡ ҡына уксус ҡушылған һыу менән сайҡатып алыу кәңәш ителә.
Сәстәрегеҙ ҡуйы булып үҫһен! Cәләмәт булығыҙ!
Фото: whair.ru