+17 °С
Дождь
Сәләмәтлек кәштәһе
9 Ноября 2022, 08:00

Сөйәл

(Халыҡ дауаһы) Аяҡ кейеме уңайһыҙ булып, йә башҡа башҡа сәбәптән аяҡ тиреһе ышҡылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡоро сөйәлдәрҙе бөтөрөүҙең бер нисә ысулы бар.

СөйәлСөйәл
Сөйәл

*Тоҙло ҡыярҙың бер киҫәген ваҡлап, ҡаты сөйәлгә төнгөлөккә компресс эшләргә. Иртәнсәк шул урынды күбек таш менән ышҡырға. Сөйәл бөткәнсе шулай итергә.

*Алты аҙналыҡ сәй бәшмәге төнәтмәһе лә ҡаты сөйәлгә ҡаршы ярҙам итергә мөмкин. Уның менән ай һайын ай кәмегән осорҙа компресс яһарға. Йомшаҡ кизе-мамыҡ туҡыманы сылатып, сөйәлгә баҫырға һәм бинт менән нығытып, өҫтөнән шулай уҡ сәй бәшмәге төнәтмәһендә сылатып, бер аҙ һығылған кизе-мамыҡ ойоҡ кейергә. Һуңынан аяҡты пленка менән уратып, йылы ойоҡ кейергә.  Компресты 3-4 сәғәт тотҡас, аяҡты йылы һыуҙа йыуырға. Табандарға таҙартылмаған май (нерафинированный) йәки аяҡ өсөн крем һөртөп ҡуйырға. Был ҡоро сөйәлдәрҙе генә түгел, ҡатҡан тырнаҡтарҙы ла йомшарта.

Фото: rodinkam.net

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас