+13 °С
Облачно
Сәләмәтлек кәштәһе
11 Ноября 2022, 12:00

Ябай һабын тимәгеҙ!

Әгәр йоҡларға ятҡас аяҡтарығыҙ көҙән йыйыра икән – йәймә аҫтына һабын һалығыҙ. Был бер ҡарағанда әкиәт кеүек тойолһа ла, шулай эшләп ҡараусылар файҙаһы бар тиҙәр.

Ябай һабын тимәгеҙ!Ябай һабын тимәгеҙ!
Ябай һабын тимәгеҙ!

Мәҫәлән, бер ханым бына шул хаҡта ишеткәс, һабынды ҡулланып ҡарарға була һәм файҙаһын күрә башлай. Яҡындары ышанмай, шулай ул үҙен-үҙе алдай, ышандырырға тырыша тип уйлай. Ләкин бер аҙҙан ни күрһендәр:  уның хәле күҙгә күренеп яҡшыра. Һабындың файҙаһын күргән әлеге ханым теләһә ниндәй һабын һалһаң да була тип яҙған.

Был алымды фәнни асыштар рәтенә кертеп булмаһа ла, һәр кем үҙендә һынап ҡарай ала. Эфир майҙары ҡушып эшләнгән һабындар айырыуса файҙалы икән.

Фото: www.youtube.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас