-2 °С
Облачно
Сәләмәтлек кәштәһе
16 Ноября 2022, 07:00

Кешегә яһалма ҡан ҡойғандар

Бөйөк Британияның Кембридж университеты ғалимдары тарихта тәүге тапҡыр кешегә лабораторияла үҫтерелгән яһалма ҡан ҡойған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кешегә яһалма ҡан ҡойғандарКешегә яһалма ҡан ҡойғандар
Кешегә яһалма ҡан ҡойғандар

Был эритроциттарҙы илдең Һаулыҡ һаҡлау милли хеҙмәтенең донорҙар базаһында булған кешеләрҙең ҡан өлгөләренән үҫтергәндәр. Тәжрибәлә ҡатнашырға теләк белдергән ирекмәндәргә 5-10 миллилитр, йәғни 1-2 сәй ҡалағы күләмендә яһалма ҡан ебәргәндәр.

Ғалимдарҙың фекеренсә, әгәр ҙә был һынау уңышлы килеп сыҡһа, киләсәктә ул ҡан сирҙәрен һәм һирәк осраған ҡан төркөмлө кешеләрҙе дауалауҙа ярҙам буласаҡ.

“Лабораторияла үҫтерелгән эритроциттар донорҙарҙыҡына ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәр тип өмөтләнәбеҙ. Ул саҡта ҡан ҡойоу процедураларын йыш үтәргә мәжбүр булыусыларҙың тормошо еңеләйер, моғайын”, – ти әлеге эштең әйҙәүсеһе Седрик Гиверт.

Фото: https://news.mail.ru/society/53785372/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас