+15 °С
Облачно
Сәләмәтлек кәштәһе
1 Декабря 2022, 06:00

Бөгөн – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

1 декабрь Бөтә донъя СПИД-ҡаршы көрәш көнө итеп билдәләнә. Был көн сир хаҡында мәғлүмәтлелекте арттырыу, ауырыуға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү йәһәтенән 1988 йылда барлыҡҡа килгән.

Бөгөн – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөБөгөн – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө
Бөгөн – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, Башҡортостан буйынса һандар бик ҡыуандырырлыҡ түгел. Республикабыҙҙа 1 ноябргә ҡарата 2022 йылда 1 мең 339  ВИЧ-инфекция йөрөтөүсе теркәлгән. Әлеге күрһәткес, уҙған йылдың ошо мәле  менән сағыштырғанда, 432 кешегә кәмерәк. Ә 2019 йылға ҡарата ВИЧ-инфекция йөрөтөүсе сирлеләр һаны 18 процентҡа кәмегән.

Һәр бер кешегә ВИЧ-инфекцияны йоҡтороу юлдарын белеп ҡуйыу бик мөһим. Сир енси юл, ҡан аша (парентераль), вертикаль юл (СПИД менән ауырыған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙан балаға)  менән күсә. Көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр аша йоҡтороу ҡурҡынысы юҡ.

Сирҙең булыу-булмауын асыҡлау өсөн йәшәгән ереңдәге поликлиникала ВИЧ-инфекцияһына ҡан тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ  СПИД һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге  һәм уларҙың филиалдарында ла аноним рәүештә анализ бирергә була. Бөгөн, Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөндә, өфөләр бушлай ВИЧ-инфекцияға экспресс-тест тапшыра ала. Тикшереүҙәр өсөн майҙансыҡ «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә йәйелдерелгән. Анализ һөҙөмтәләре биш минут эсендә әҙер буласаҡ.

Һаҡ булайыҡ, һау булайыҡ!

Фото: opb-evgrafova.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас