+10 °С
Ясно
Сәләмәтлек кәштәһе
1 Декабря 2022, 08:00

Шыттырылған бойҙай

Ғалимдар уның сихәтен яңыраҡ ҡына асҡан. Ә үзбәк халҡы бойҙайҙың файҙалы ризыҡ икәнлеген мең йыл элек үк белгән һәм ғүмер буйы яратып ҡуллана. Боронғо Грецияла, Мысырҙа, Һиндостанда табиптер ерле халыҡты витамин ҡытлығынан килеп сыҡҡан төрлө сирҙәрҙән шыттырылған бойҙай менән дауалаған.

Шыттырылған бойҙайШыттырылған бойҙай
Шыттырылған бойҙай

Европала был продукт күптән алтын баһаһында йөрөй икән. Хәҙер беҙҙә лә уның ҡәҙерен белә башлағандар. Эшҡыуарҙар үҫентенең һутын һығып, киптереп, грануллап, порошгын яһап һатыуға сығара.

Бойҙай үҫентеһе һутында 90 төрлө минерал, 17 төрлө аминокислота, А, Е,С,К,В төркөмөнә ҡараған витаминдар, макро һәм микроэлементтар: кальций, калий, магний, тимер, цинк, натрий, фосфор, селен, глюкоза, йод, күкерт, күҙәнәклек бар. Физиологик яҡтан әүҙем хлорофилы 70 процент. Ул гемоглобинды арттыра, ҡанды туҡландыра, һауыҡтыра, ағзаларҙың туҡымаһын кислородҡа байыта.

Шулай уҡ шәкәр ауырыуынан, аллергиянан, бауыр, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан, эсәк-ашҡаҙан сирҙәренән, геморройҙан дауаланалар, һалҡын тейгәндә лә тиҙ һауығырға ярҙам итә.

Фото: 1beauty-life.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас