+20 °С
Ямғыр
Сәләмәтлек кәштәһе
7 Декабрь 2022, 08:00

Ҡабаҡ төшө ғүмерҙе оҙайта

Ҡабаҡтың йомшаҡ өлөшө генә түгел, төшө лә бик файҙалы булыуын күптәр беләлер, моғайын. Улар В төркөмө витаминдары: В1, В2, В3, В5, В6, шул иҫәптән калий, магний, фосфор, тимер, баҡыр, цинк. Селенга май кислоталарына һәм бик күп аминокислоталарға бай.

Ҡабаҡ төшө ғүмерҙе оҙайтаҠабаҡ төшө ғүмерҙе оҙайта
Ҡабаҡ төшө ғүмерҙе оҙайта

Был йәшелсәнең төшө бауыр ауырыуҙарынан файҙалы. Ул йөрәк мускулдары эшенә һәм ҡан тамырҙарының торошона ыңғай йоғонто яһай, атеросклерозды профилактикалау өсөн дә бик яҡшы . Шулай уҡ, инсульт һәм миокард инфаркты кеүек кинәт сирҙәрҙе киҫәтә. Ҡабаҡ төшө кеше ғүмерен оҙайта, сөнки унда ике көслө антиоксидант, А һәм Е витаминдары бар. Күҙҙәр өсөн айырыуса файҙалы.

Ә бына ашҡаҙаны-эсәк сире менән проблемалары булғандарға, бигерәк тә язва, колит һәм гастрит менән ауырығанда ҡабаҡ төшөн һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәрәк. Ул бик калориялы ризыҡ, шуға күрә артыҡ ауырлығы булған кешеләргә лә мауығырға ярамай. Әлбиттә инде, теш эмален дә һаҡларға кәрәк.

Фото: orenburzhie.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас