

«Бөгөн республикала мотлаҡ битлек режимын индереү кәрәкмәй. Коронавирус инфекцияһы, шулай уҡ киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән сирләү мониторингы алып барыла. Хәл ҡатмарлашҡан осраҡта ул индереләсәк», – тип хәбәр итте баш белгес. Предприятие һәм ойошмаларға коллективта тулы бүлектәр һәм бүлексәләр ауырый башлаған осраҡта битлек режимын индерергә кәңәш ителә. Битлектәрен мотлаҡ кейеү медицина ойошмаларында ғына һаҡлана.
Фото: smartik.ru