

Хәҙер эш көндәрендә медицина учреждениеларында ауырыуҙарҙы киске сәғәт 9-ға тиклем ҡабул итәләр, табиптар бер сәғәткә оҙағыраҡ эшләй. Ял көндәрендә лә эш графигы үҙгәрҙе. Республикала йәшәүселәр шәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем табиптарға мөрәжәғәт итә ала. Өҫтәмә йәкшәмбе көндө өйҙәренә йөрөйәсәк дежур белгестәрҙе сығара башлайҙар.
Фото: ufa.mk.ru