+23 °С
Дождь
Сәләмәтлек кәштәһе
19 Декабря 2022, 13:30

Грипп көсәйгәндән-көсәйә...

Яҡын арала Рәсәйҙә грипп менән ауырыуҙың өс тулҡыны фаразлана. Быйылғы эпидемия миҙгелендә уларҙың беренсеһе башланды ла инде. Икенсеһен – Яңы йыл байрамдарынан һуң, ә февраль аҙағында өсөнсөһө көтөлә, тиҙәр.

Грипп көсәйгәндән-көсәйә...Грипп көсәйгәндән-көсәйә...
Грипп көсәйгәндән-көсәйә...

Ауырыуҙың беренсе билдәләре һиҙелеү менән табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур.

Улар температура төшөрөүсе дарыуҙарҙы тик юғары температура булғанда ғына ҡулланырға кәңәш итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул оҙаҡ дауам итә икән. Әгәр ҙә юғары температура өс көндән артыҡ һуҙылһа, табипҡа был хаҡта хәбәр итергә кәрәк.

Грипп һөҙөмтәһендә вируслы пневмония, бронхит һәм трахеит барлыҡҡа килергә мөмкин. Бында гриппҡа ҡаршы һәм тән температураһын төшөрөүсе дарыуҙар ғына көсһөҙ. Ваҡытында табип билдәләгән дауалауҙы үтәргә кәрәк.

Грипп бер ваҡытта ла тиҙ һәм эҙһеҙ үтмәй, хәлһеҙлек оҙаҡҡа бара. Үҙегеҙгә, яҡындарығыҙға, балаларығыҙға мөмкинлек һәр шарттар тыуҙырырға тырышығыҙ. Температура төшөп, бер аҙ хәл кергәс, урамға сығып йөрөгөҙ, Башҡаларҙы зарарламаҫ өсөн битлек кейергә кәрәклеген онотмағыҙ. Кешеләр менән бәйләнешкә инмәйсә бер аҙ саф һауа һулап кереү иһә файҙаға буласаҡ.

Фото: 76.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас