

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә сусҡа киҙеүе (H1N1) тарала. Әлеге ваҡытта 40-тан ашыу ауырыу осрағы һәм В киҙеүенең бер нисә осрағы лабораторияла раҫланған. Был штамм еңел дауалана, сөнки 2009-2010 йылдарҙа ла республикала ошо сир теркәлгәйне. Ләкин дауаланмаған осраҡта ул пневмония, менингит, энцефалит барлыҡҡа килеүенә һәм башҡа хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтереүе мөмкин, тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.
Фото: newsbash.ru