+34 °С
Ясно
Сәләмәтлек кәштәһе
22 Декабря 2022, 09:00

Биткә тәрбиә кәрәк

Һәр бер ҡатын-ҡыҙҙың матур булғыһы килә, эйеме? Бының өсөн битегеҙҙе һәр ваҡыт тәрбиәләп торорға тырышығыҙ. Көн һайын иртәле-кисле төнәтмә менән таҙартығыҙ, аҙнаһына бер тапҡыр битлек эшләгеҙ. Магазиндан һатып алмайынса, өй шарттарында ла уларҙы яһарға мөмкин. Бер нисәүһен һеҙгә тәҡдим итмәксебеҙ.

Биткә тәрбиә кәрәкБиткә тәрбиә кәрәк
Биткә тәрбиә кәрәк

Йомортҡа менән лимон һутынан битлек
1 йомортҡаның ағын ғына алып, күпергәнсе туғығыҙ. Уға 2 – 3 тамсы лимон һуты тамыҙып, бергә болғатып, битегеҙгә һылағыҙ. 10 минуттан һуң йыуып алырға онотмағыҙ. Үҙгәреш һиҙҙегеҙме үҙегеҙҙә? Был йөҙ тиреһен шымартырға ярҙам итә.

Петрушканан төнәтмә
20 грамм петрушкаға 0,5 литр ҡайнар һыу һалып, бер сәғәт буйы төнәтегеҙ. Һыуығас, һөҙөп алып, битегеҙҙе һөртөп алығыҙ. Был майлы тире өсөн кәңәш ителә. Ә ҡороһона шундай уҡ ысул менән аҡ сәскәнән эшләгеҙ.

Фото: shopikk.ru

Автор:
Читайте нас