

Аҙна башында сирләүселәрҙең рәсми һаны 48меңдән артып киткәйне. Ә табибҡа мөрәжәғәт итмәүселәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ошо хәлдән сығып, Роспотребнадзорҙың республика буйынса идараһынан эпидемияға ҡаршы өҫтәмә санитар саралар үткәреү тураһында күрһәтмә бирелде.
Һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау учреждениеларына ингәндә битлек кейергә. Шулай уҡ, бинаға ингән ерҙе контролдә тоторға һәм киҫкен респиратор ауырыу билдәләре булған кешеләрҙе эшкә индермәҫкә, дезинфекция сараларының һәм елләтеү режимының ҡабатланыуын арттырырға ҡушылды.
Ауырыу билдәләре булғанда эшкә йөрөмәүегеҙ хәйерле. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Битлек кейәйек!
Фото: yandex.ru/turbo/mkset.ru/