

Шулай итеп, хеҙмәткәрҙәр диспансеризация үткәндә:
*был көндәр өсөн түләнә;
*эш урыны (вазифа) һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана.
Ә бына был сара ваҡытында күпме көн бирелеүе хеҙмәткәрҙең йәшенә бәйле. Мәҫәлән, 39 йәшкә тиклем – өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән пенсия алды йәшенә тиклем – йыл һайын бер көн, пенсия алды һәм эшләгән пенсионерҙарға – йыл һайын ике көн.
Диспансеризация мәлендә эштән азат итһендәр өсөн ғариза яҙырға һәм етәксе менән кәрәкле көн тураһында алдан килешергә кәрәк. Ә аҙаҡ, был саранан һуң, эш биреүсегә медицина ойошмаһынан, әгәр был локаль норматив актта ҡаралһа, диспансерлаштырыуҙы раҫлаған белешмә тапшырырға кәрәк.
Үрҙә әйтелгән талаптар үтәлмәһә, Хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: zvezdagazeta.ru