

Өйәнәк организмда гормон үҙгәрештәре булғанда, балаға уҙыуҙан һаҡлаусы дарыуҙар эскәндә лә башланырға мөмкин. Баш ауыртҡанда күңел болғана, ҡоҫҡо килә, ашҡаҙаны ҡыҫа, яҡтынан ҡурҡыу, тауыштарға һиҙгерлек арта.
Ҡул аҫтында дарыу булмаған осраҡта, маңлайға һалҡын һыу сылатылған таҫтамал ҡуйырға була.
“Йондоҙ” бәлзәме һөртөп, тыныслап ятып торғанда хәл яҡшыра. Аяҡтарҙы йылы һыуҙа тотоу шулай уҡ ауыртыуҙы баҫа. Сикә һәм ҡаштарығыҙға массаж яһағыҙ.
Бер аш ҡашығы һары мәтрүшкәне бер стакан һыуҙа 15 минут ҡайнатығыҙ. Һөҙөп, 3-5 көн дауамында ас ҡарынға өсәр аш ҡашығы эсергә кәрәк. Муйын тирәһенә массаж яһағыҙ, яңы ғына бешерелгән бик баллы сәй ҙә күптәргә баш ауырытыуҙан ҡотолорға ярҙам итә.
Фото: Vk