+17 °С
Облачно
Сәләмәтлек кәштәһе
15 Февраля 2023, 08:00

Эрбет менән дауаланабыҙ

Был дарыу бик ҙур йәшәү көсө бирә. Нервылар ҡаҡшағанда, бөйөр, бауыр ауыртҡанда, ашҡаҙанында әселек артып киткәндә, ашҡаҙан-эсәк юлдары ялҡынһынғанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, атеросклероз, миома, фибромиома, ревматизм, аҙ ҡанлылыҡ һәм лейкоз кеүек бәләләргә тарығанда яҡшы ярҙам итә. Ҡан составын яҡшырта.

Эрбет менән дауаланабыҙЭрбет менән дауаланабыҙ
Эрбет менән дауаланабыҙ

Бының өсөн кәрәк:

1 стакан эрбет (кедр) сәтләүеге (ҡабығы менән алына, ҡайһыларын бер аҙ иҙеп һалырға була), 150 грамм шәкәр ҡомо, 0,5 литр араҡы. Сәтләүек менән шәкәр өҫтөнә араҡы ҡойоп, 14 көнгә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Шыйыҡсаны көн һайын болғатып торорға кәрәк.

14 көн үткәс, әҙер шыйыҡсаһын һөҙөп алырға, ә сәтләүекле ҡуйы масса өҫтөнә йәнә шул уҡ күләмдә араҡы өҫтәп, тағы 14 көнгә ҡараңғыға ултыртырға. Әҙер булғас һөҙөп алып, ике шыйыҡсаны бергә ҡушырға.

Был дауаны көнөнә 3 тапҡыр, ашарға 20 минут ҡала бер десерт ҡалағы менән генә ҡабып ҡуйырға. Яртыһына еткәнсе көн дә шулай эсергә. Ете көн ял итеп алғас, тағы ла шул тәртиптә ҡалған өлөшөн эсеүҙе дауам итергә. Әммә был юлы инде аш ҡашығы менән эсергә кәрәк. Сәләмәт булайыҡ!

 

Фото: pro-orehi.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас