

*Бал, глицерин һәм лимон һутын тигеҙ өлөштә алып, яҡшылап бутарға һәм көнөнә өс тапҡыр берәр сәй ҡалағы ҡабып ҡуйырға кәңәш ителә.
*Ҡайын япрағын да сәй кеүек төнәтеп, көнө буйы әҙ-әҙләп эсергә була.
*Эвкалипт япрағы йә иһә бөтнөк менән ингаляция яһау ҙа ҡаты йүтәлде баҫырға ярҙам итер. Был үләндәрҙе эфир майы менән дә ҡулланырға була.
*Йүтәл төшкәндә кишерҙең дә ярҙамы тейә. Ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе ярты литр һөткә һалып, ҡайнатып сығарып, утын һүндергәс, 15-20 минут ҡаплап тотҡандан һуң, һөҙөп, көн дауамында йылы килеш яйлап эсеп йөрөргә. Кишерле-һөтлө төнәтмә йүтәлде баҫырға ярҙам итә, ауырығанда хәлде лә еңеләйтә.
*Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде фенхель (укроптың бер төрө) һалып ҡайнатылған һөт менән йомшартырға була. Уны йоҡларға ятыр алдынан йотомлап ҡына эсергә кәрәк. Ауырымайыҡ, дуҫтар!
Фото: www.ogorod.ru