

2022 йылда республиканың медицина ойошмаларына 3003 табиб һәм урта медицина белеме булған 5735 белгес эшкә урынлаштырылған. Медиктарҙы йәлеп итеү өсөн төбәктә күп кенә программалар тормошҡа ашырыла. Улар белгестәргә тәжрибә тупларға ғына түгел, профессиональ сифаттарҙы ла тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Был шулай уҡ һиҙелерлек ярҙам.
Үткән йыл “Земство табибы” программаһы нигеҙендә 54 табип 1,5 миллион һум, 37 табип 1 миллион һум, 30 фельдшер 750 мең һум һәм 500 мең һум күләмендә биш фельдшер түләүҙәр алған. “Земство фельдшеры” программаһы буйынса алты фельдшер һәм ике акушер 500-әр мең һум аҡса алған.
Шулай уҡ 2017 йылдан 50 меңгә ҡәҙәр халҡы булған ауыл еренә һәм ҡалаларға эшкә килгән 29 табиптың һәр ҡайһыһы миллион һум аҡса алған.
Фото: abon-news.ru