+10 °С
Ясно
Сәләмәтлек кәштәһе
27 Февраля 2023, 10:00

Арпаның файҙаһы бармы?

Арпанан (перловка) әҙерләнгән ризыҡтарҙы әллә ни яратып ашамайбыҙ. Ә бит уның файҙалы яҡтары бик күп. Табиптар әйтеүенсә, арпа йөрәк-ҡан системаһына үтә лә яҡшы йоғонто яһай. Был ризыҡ насар һәм яҡшы холестеринды көйләүҙә һәм ҡан тамырына ыңғай тәьҫир итеүҙә ҙур роль уйнай.

Арпаның файҙаһы бармы?Арпаның файҙаһы бармы?
Арпаның файҙаһы бармы?

Арпа ярмаһы үт ҡыуығы сирҙәрен яҡшы профилактикалау сараһы ла. Тик файҙалы ризыҡты ла сама белеп ашағанда ғына файҙалы.

Арпа менән ҡарабойҙай ярмалары кеше өсөн айырыуса һәйбәт йоғонто яһай. Белгестәр раҫлауынса арпа ярмаһы кешегә ҡышҡыһын сырхауҙарға ҡаршы көрәшергә көс-ҡеүәт бирһә, ҡарабойҙай иһә организмдағы шәкәрҙе көйләүҙә ҙур роль уйнай. Был ярмала һоло ярмаһына ҡарағанда микроэлементтар күберәк.

Белгестәр ярмаларҙың яраҡлыҡ ваҡыты хаҡында ла киҫәтә. Ярма айҙар буйы һаҡлана ала тигән фекер яңылыш, ти улар. Эш шунда, ярма составына ингән майҙарҙың ваҡыты сикләнгән, улар әсей башлай. Майҙарҙың үҙгәртелгән рәүеше иһә иммунитетҡа зыян һала һәм организмдың ҡартайыуын тиҙләтә, тип раҫлай улар.

Фото: de-fragrance.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас