-2 °С
Облачно
Сәләмәтлек кәштәһе
3 Марта 2023, 08:00

Кеҫәл менән бутҡа файҙалы

Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолған кешеләргә көнөнә биш-алты тапҡыр, өс-дүрт сәғәт һайын, аҙ-аҙлап ашарға кәңәш ителә. Бер үк ваҡытта туҡланырға тырышығыҙ, ашҡаҙан һуты шул сәғәттә бүленһә, аҙыҡ яҡшы һеңә. Зарарланған ашҡаҙан тышсаһы яңырһын өсөн, аш-һыуҙы төрләндерергә кәрәк. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Кеҫәл менән бутҡа файҙалыКеҫәл менән бутҡа файҙалы
Кеҫәл менән бутҡа файҙалы
Әлбиттә, тоҙло-боросло, ҡыҙҙырылған, ауыр ризыҡтарҙан, шыжлап торған майҙа бешкән ҡоймаҡтан, хәмерҙән, тәмәкенән баш тартырға тура киләсәк. Көнөнә кәмендә 150-200 грамм ит йәки балыҡ ашағыҙ. Бутҡа, кеҫәл, бешерелгән, томаланған, быҡтырылған йәшелсә, мейестә бешкән алма, иләк аша үткәрелгән аштар файҙалы. Эскә ингән ризыҡ һалҡын да, ҡайнар ҙа булмаһын.
«Дауаланмайынса ла ашҡаҙан, бөйән йәрәхәтенән ҡотолдом», – тиер ҡайһы берәүҙәр. Эйе, ундайҙар ҙа бар. Ләкин был осраҡта яралар уңалған урында тупаҫ эҙҙәр ҡала. Йөйҙәр аҙыҡ үтеүенә ҡамасаулай, ашҡаҙан эшмәкәрлеген боҙа, шуға күрә операциялар яһарға тура килә. Ундай хәлгә барып етмәҫ өсөн, ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итергә һәм дауаланырға кәрәк.
 
Фото: babyplan.ru
Автор:
Читайте нас