

Неонаталь скрининг - сабыйҙы тәүге мөһим тикшереүҙәрҙең береһе. Сабыйҙарҙа һирәк осрай торған, ҡатмарлы сирҙәрҙе асыҡлау мөмкинлеге бер нисә тапҡырға артҡан.
Был программа 1 ғинуарҙа башланды. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй төбәктәрендә 11 медицина ойошмаһынан исемлек төҙөлгән. Баш ҡаланың генетик-медицина үҙәгенә биоматериал өлгөләре республиканың бала табыу йорттарынан ғына түгел, Волга буйы федераль округындағы 151 бала табыу йортонан: Ырымбур, Ульяновск, Һамар, Һарытау өлкәләренән, Пермь крайынан һәм Мари Иле Республикаһынан да килтерелә.
Ике ай йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында тыуған 17 849 сабый скрининг үткән. 74 бала нәҫелдән килгән һәм тыумыштан булған ауырыуҙар хәүефе төркөмөнә индерелгән, 40-ы - нәҫелдән килгән матдәләр алмашыныуы ауырыуҙары буйынса, 37-һе - беренсел иммун дефициты буйынса, өсәүһе - арҡа мускулдары кардиохирургияһы буйынса.
Фото: Башинформ