

Бындай матдәнең дефициты барыһынан да бигерәк өлкән йәштәгеләрҙә, яңы тыуған балаларҙа, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙа һәм аш ҡайнатыу системаһы боҙолған кешеләргә күҙәтелә.
D витаминын организмға асыҡ кейемдә 11-ҙән 15 сәғәткә ҡәҙәр ҡояш аҫтында үткәреп алырға мөмкин. Ҡояшта ҡыҙынғанда ярты сәғәт етә. Әммә Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең витаминды был рәүешле алыу мөмкинлеге әҙерәк.
Витаминды аҙыҡтан, мәҫәлән, майлы һөмбаш балығынан, скумбрия, кетанан, шулай уҡ диңгеҙ ризыҡтарынан алырға мөмкин. Был матдә тағы ла йомортҡа һарыһында, бәшмәктә, һөт ризыҡтарында, соя һөтөндә, әфлисун һутында, диңгеҙ кәбеҫтәһендә, һыйыр бауырында бар.
Фото: kidteam.ru