

Бынан тыш, ул “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһы ярҙамында 1787 кешене санатор-курорт дауаланыуға ебәреү мөмкинлеге буласаҡ тине. Шулай уҡ бүленгән сығанаҡтар иҫәбенә дарыуҙар етештереү өсөн бер мең литр ҡан әҙерләү планлаштырыла, тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.
Проект билдәләнгән ваҡытта ҡыҙыҡһынған министрлыҡтар һәм ведомстволар менән килешелде. Әлеге ваҡытта ул республика Башлығы хакимиәтендә ҡарала һәм тикшереү үтә. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡаралған ҡарар проектын хупланы.
Фото: pervo.ru