+11 °С
Ясно
Сәләмәтлек кәштәһе
5 Апреля 2023, 10:00

Үлгән бал ҡорттарын ташламағыҙ!

Умартасылар ҡышын умартаның төбөнә төшөп үлгән ҡорттарҙы ҙа ла әрәм итмәй, дарыу яһай. Бының өсөн сеймалды 45-50 градус йылылыҡтағы мейестә киптерергә һәм эре иләктән иләргә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үлгән бал ҡорттарын ташламағыҙ!Үлгән бал ҡорттарын ташламағыҙ!
Үлгән бал ҡорттарын ташламағыҙ!

Төнәтмә яһау тәртибе былайыраҡ. 0,5 литр ҡортто 1,5 литрлы шешәгә һалып, араҡы өҫтәйҙәр. 2 аҙна төнәткәс, һөҙәләр һәм тигеҙ нисбәттә һыу ҡушалар. Һәр литр иҫәбенән 100-әр грамм 20-30 процентлы прополис төнәтмәһе өҫтәргә лә мөмкин. Был дауаланыуҙың һөҙөмтәһен арттырасаҡ.

Әҙер төнәтмә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ирлек көсөн арттыра, түлһеҙлек, цистит, пиелонефрит, аденома, гломерулонефрит, панкреатит, эсәк-ашҡаҙан тракты ауырыуҙары, шәкәр сире, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, катаракта, глаукома, аллергия, һыулы шеш, полип, терәк-хәрәкәт аппаратындағы һәм быуындағы тайпылыштарҙы дауалай. Өлкән кешеләрҙең иммунитетын нығыта.

Төнәтмәне  нисек эсергә: 1 тамсы 1 йәш иҫәбенән эселә. Йәғни һеҙгә 40 йәш икән, 40 тамсы төнәтмә эсергә кәрәк. Тамсыларҙы ярты стакан йылымса һыуға һалып, көнөнгә бер тапҡыр (ашағандан һуң) бер ваҡытта ғына ҡулланырға.

Фото: beznen.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас