

Быға ғәжәпләнергә ярамай, сөнки эҫелә энергия алыуға ихтыяж кәмей, шуға күрә организмға калориялы аҙыҡ кәрәкмәй. Ә бына ярһып типкән йөрәккә шыйыҡлыҡ етешмәй, һөҙөмтәлә йәй барыбыҙ ҙа сарсап йонсойбоҙ.
Диетологтар хужабикәләргә рациондан ҡәүһә һәм шәрбәтле газлы һыуҙарҙы, шулай уҡ итте алырға кәңәш итә. Ондан әҙерләнгән аҙыҡтарҙы ла мөмкин тиклем кәметергә кәрәк. Эҫелә организмды байытҡан һәм һыуһынды баҫҡан аштар, ҡарабойҙай, дөгө һәм һоло бутҡалары файҙалы. Әгәр ит ҡулланмай булмай икән, уны киске ашҡа әҙерләү кәрәк.
Фото: https://bash.bashgazet.ru/