

Ашҡа әле һабаҡланмаған йәш үҫемлек япраҡтарын файҙаланалар. Шпинатты ашарға яңы йыйылған хәлдә ҡулланалар, уны өҙгәс оҙаҡ һаҡларға ярамай, витаминдары юғала. Йәшел япраҡтарҙы салатҡа ҡушалар, ҡыҙыу утта бешереп ҡыҙарталар, томалап бешерәләр, пюре һәм паста яһайҙар.
Шпинат – оҙон көн үҫемлеге, 10-12 сәғәтле көндә уның япраҡтары тиҙерәк үҫә. Орлоҡтары дүрт градус булғанда шытып сыға, ә үҫеү өсөн 15-18 градус йылылыҡ етә. Йәш үҫемлектәр һигеҙ градусҡа тиклем төшкән һалҡын ҡырауҙарға ҙа сыҙам. Шпинат органик матдәләргә бай, әсе булмаған, дымы етерлек, тупраҡтарҙа ғына яҡшы үҫә. Уны пленкалы ҡоролмаларҙа айырым сәсеп тә, тығыҙлағыс сифатында ла үҫтерәләр. Үҫемлектәргә иртә менән һыу һибергә һәм ҡоролманы елләтеп торорға кәрәк. Уңышын сәскә көпшәһе барлыҡҡа килгәнсе йыялар.
Фото: karmelpilates.com