+14 °С
Облачно

Һары сейә менән мауыҡмағыҙ!

Диетологтар балаларға һары сейәне (черешня) ашатҡанда, бик һаҡ булырға кәңәш итә. Был емеш менән мауығыу, составында шәкәр күп булыу сәбәпле, шәкәр диабеты менән ауырыусыларға, аллергинянан интегеүселәргә хәүефле. Бынан тыш, балаға ла уны күпләп ашатырға ярамай.

Һары сейә менән мауыҡмағыҙ!Һары сейә менән мауыҡмағыҙ!
Һары сейә менән мауыҡмағыҙ!

Балаларҙың, бигерәк тә бәләкәй сағында, ашҡаҙан аҫты биҙенең ферментатив функцияһы етлекмәү сәбәле, тәненә аллергик реакция бирергә мөмкин. Унан тыш, сейәне артыҡ ҡулланыу эс ҡабарыу, эс китеүгә килтерергә мөмкин икән. Бындай күренеш бер ултырғанда 300-400 грамм еләк ашағандан һуң барлыҡҡа килергә мөмкин, ти табиптар.

Фото: ru.pinterest.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас