-5 °С
Ясна

Һытҡылар, эренле яралар бөтәшмәгәндә...

Биттәге һытҡылар йонсотҡанда түбәндәге рецептың файҙаһы тейә. 100 грамм алоэ япрағын ағын һыуҙа яҡшылап йыуғас, 40% 100 мл спиртҡа ҡушып, ҡараңғы урынға ете көнгә ҡуйыла. Һуңынан көнөнә ике тапҡыр һытҡылы урындарға марля менән һалып компресс эшләнелә. Шулай уҡ уны ласьон урынына ҡулланырға ла була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һытҡылар, эренле яралар бөтәшмәгәндә...Һытҡылар, эренле яралар бөтәшмәгәндә...
Һытҡылар, эренле яралар бөтәшмәгәндә...

Бит тиреһе шыма булһын өсөн, иң ябай һәм еңел ысулды ла ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн бары марляға алоэ гөлөнөң япраҡтарындағы һутты һығып һалырға һәм биткә яҡшылап һөртөргә генә кәрәк.

Тире ауырыуҙары яфалағанда ошо уҡ шыйыҡсаны ашағансы көнөнә ике тапҡыр, ун көн дауамында, берәр балғалаҡ эсергә кәңәш ителә. Ете көн ял иткәс, ошо уҡ процедураны яңынан ҡабатларға мөмкин.

Был гөлдө эренле яралар бөтәшмәй йонсотҡанда ла ҡулланыу отошло. Бутҡа рәүешенә килтерелгән биш аш ҡалағы алоэ япрағына дүрт аш ҡалағы ваҡланып туралған дегәнәк тамырына бер стакан миндаль майын ҡушып бутарға. Бер тәүлеккә йылы урынға ултыртып алғас, талғын ғына утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, ун биш минут тағы тоторға. Эренле яра бөтәшкәнсе көнөнә ике-өс тапҡыр һөртөргә.

Фото: pocvetam.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас