

Тәү сиратта, эҫе көндө артыҡ татлы булмаған, газһыҙ эсемлектәр эсергә кәрәк. Һыу, йәшелсә йәки емеш һуты, йәшел, ҡара, үлән сәйҙәре, кеүәҫ, айран һәм башҡалар. Иҫерткес эсемлектәр (хатта һыра йәки шарап кеүек еңелдәре лә) ҡан баҫымын күтәрә.
Иттән, бигерәк тә майлыһынан, баш тартып тороу яҡшыраҡ. Бик тә асыҡһағаҙ, балыҡ йәки фарш ҡулланығыҙ.
Һөт ризыҡтары, бутҡа, йәшелсә-емеш еңел үҙләштерелә. Үҫемлек майы менән буталған салаттар ҙа файҙалы булыр. Тәмле-татлының, киреһенсә, зыяны күберәк. Организм шәрбәткә тартыла икән, хәлеүә йәки зефир ашағыҙ, әсе шоколад колориялы булһа ла, аҙ күләмдә булһа, зыяны булмаҫ.
Көн һайын рационға мотлаҡ рәүештә 2-әр ҡыяр, йәшел борос, кишер индерегеҙ. Ә кәһеүә менән һыйыр майынан эҫе көндө бөтөнләй ашарға ярамай.
Фото: prohz.ru