

Дарыу өсөн яраҡлыһын ғәҙәттә көҙ көнө йыялар. Үҫемлек бөрөһөн, сәскәләрен һәм япраҡтарын ҡайсы менән киҫеп алыу уңай була. Йыйылған дарыу үләндәрен сорттарға айырып, ямғыр үтмәгән, еләҫ ергә киптерергә эләләр. Ә таҙа йәймәгә йоҡа ҡатлам итеп көлтәсектәр рәүешендә һалып ҡуйһаң, тиҙерәк кибә.
Тамырҙарын киптереү алдынан таҙа һыуҙа йыуырға, эрерәктәрен, шулай уҡ тиҙ кипһен өсөн буйға ярып, бер нисә өлөшкә арҡырыға бүләләр.
Үҫемлектәр менән ҡулланғандан һуң ҡулдарҙы һабын менән яҡшылап йыуырға онотмағыҙ.
Фото: w-dog.ru