+9 °С
Облачно

Яҙғы бөрмәкәй

Халыҡ медицинаһында был үләндән әҙерләнгән төнәтмәне эс киткәндә, эсәктәргә паразит селәүсәндәр эйәләшкәндә, бөйөрҙә һәм бәүел юлдарында таш-ҡом барлыҡҡа килгәндә, шешенгәндә, бәүел бүленеүҙе яҡшыртыу маҡсатында ҡулланыла. Яман шеш (тире һәм енес ағзаларындағы) ауырыуына ла профилактика булараҡ ярҙам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙғы бөрмәкәйЯҙғы бөрмәкәй
Яҙғы бөрмәкәй

Яҙғы бөрмәкәй (подмаренник душистый, ясменник пахучий) үләне сәскә атҡан саҡта йыйыла, ә тамыр һабағы көҙгөһөн ҡаҙып алына.

Төнәтмә әҙерләү: 1 ҡалаҡ кипкән үләнгә йәки тамырға 5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтө ябылған килеш йылы урында 4-5 сәғәт тоторға. Был төнәтмәне көнөнә 4 тапҡыр, ашат алдынан яртышар стакан эсергә.

Шулай уҡ уны сылатҡыс рәүешендә тире ауырыуҙары - экзема, дерматитты, тәндең бешкән ерен дауаларға ҡулланалар.

 

Автор:
Читайте нас