+12 °С
Облачно

Ике йөҙлө «дошман»

Ашҡаҙан йәрәхәте барлыҡҡа килеүҙең 50 проценттан ашыу, бөйән йәрәхәте үҫешеүенең 80 проценттан артыҡ осрағында Хеликобактер пилори «ғәйепле». Бактерия ашҡаҙанға төшкәс, уның тышсаһының лайлалы ҡатламына инеп урынлаша. Ул бөрккән уреаза тигән фермент ашҡаҙан һутын нейтралләштерә, йәғни «ҡоралһыҙландыра». Артабан бактериялар ашҡаҙан туҡымаһын һаҡлаусы «кәртә» – лайла менән туйына башлай. Яланғас ҡалған туҡыма ялҡынһына, унда йәрәхәттәр хасил була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике йөҙлө «дошман»Ике йөҙлө «дошман»
Ике йөҙлө «дошман»
Хеликобактер пилориҙы йоҡтороу тиҙ: уны йөрөтөүсе кеше тотонған һауытҡа, таҫтамалға, башҡа әйберҙәргә ҡағылыу ҙа етә. Бактерия – хас мәкерле, ике йөҙлө дошман. Организмда аҙ булған ваҡыттарында улар «боҫоп ҡына» йәшәй. Ә иммунитет саҡ ҡына төшһә, үрсеп, ҡеүәтләнеп китәләр, тоҙ кислотаһын бүлеп сығартып, тарҡалған ашҡаҙан тышсаһы менән һыйлана башлайҙар. Поликлиникаларҙа бер нисә ысул менән уларҙың барлығын, күләмен бик анһат асыҡларға һәм табип кәңәше буйынса дауаланып, ике аҙнала паразиттарҙан ҡотолорға мөмкин.
Бактерияны йоҡторған һәр кем ашҡаҙан йәрәхәте менән сырхап китмәй. Иммунитет кәмеүе, көсөр­гәнешле тормош, туҡланыу режимын боҙоу – сирҙең барлыҡҡа килеүенә этәргес. Шулай уҡ нәҫелендә берәйһе ошо ауырыуҙан интеккән кешеләргә тикшерелеп торорға кәрәк: сир атаһында бар икән, ғәҙәттә, улында ла асыҡлайбыҙ. Бактериялар оҙаҡ йәшәгән организмда ашҡаҙан йәрәхәте яман шешкә әйләнеүе ихтимал. Юҡҡа ғына Хеликобактер пилориға анализды онкомаркер тип атамайҙар бит.
 
Фото: zdorovieinfo.ru
Автор:
Читайте нас