+7 °С
Облачно
Сәләмәтлек кәштәһе
7 Августа 2023, 09:00

Киндер майы

Был май Омега-3, Омега-6 һәм Омега-9 аминокислоталарының организмға килеүен тәьмин итә. А, Е, К һәм В группаһы витаминдарына, шулай уҡ лецитин, магний, фосфор, цинк, тимер, бета-каротинға бай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Киндер майыКиндер майы
Киндер майы

Бик файҙалы булыуына ҡарамаҫтан, киндер майын ас килеш эсергә ярамай. Айырыуса билдәле категориялы пациенттарға һаҡ булырға кәрәк. Киндер майы ҡайһы берәүҙәрҙең эсен йомшарта. Теләһә ниндәй май үт ҡыуығындағы әсене ҡыуыу көсөнә эйә. Үт ҡыуығында таштар булғанда киндер майын эсеү үт ҡыуығы юлдарының ябылыуына һәм операция менән тамамланыуына килтереүе мөмкин. Белгестәр раҫлауынса, ас килеш эскән май панкреатит һәм гастритты киҫкенләштереп ебәрергә һәм ашҡаҙаны аҫты биҙенә көсөргәнеште арттырырға мөмкин.

Теләһә ниндәй үҫемлек майынан күберәк файҙа алыу өсөн уны салаттарға һәм әҙер ашамлыҡтарға, мәҫәлән, төнәтеп бешерелгән йәшелсәләргә, ҡушырға кәрәк. Был осраҡта май организмға ҙур файҙа килтерәсәк. Тип раҫлай белгестәр. Киндер майын организмда холестеринды кәметергә, бөйөрҙәр эшсәнлеген яҡшыртырға, ҡуйы ҡанды шыйығайтырға, матдәләр алмашын нормалләштерергә, сәстәрҙе һәм тырнаҡтарҙы нығытырға, эш һәләтен арттырырға һәм хәүефләнеү билдәләрен кәметергә булышасаҡ. Киндер майының организмға булған файҙалары былар менән генә сикләнмәй.

Фото:zdorovka.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас