+9 °С
Болотло
Сәләмәтлек кәштәһе
15 Август 2023, 06:00

Ҡурҡмайса ашарға була

Белеүебеҙсә, республиканың  Авдон ҡош фабрикаһында ҡош киҙеүе табылғайны. Шул айҡанлы, Өфө районынның бер нисә ҡасабаһында карантин иғлан ителде. Ә магазин кәштәләрендә был фабриканың продукцияһы юҡҡа сыҡты, сөнки халыҡ уларҙы ҡулланыуҙан баш тартҡан, ысынында иһә – бушҡа.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡурҡмайса ашарға булаҠурҡмайса ашарға була
Ҡурҡмайса ашарға була

Иң ябай иҫкәртеү сараларын үтәгәндә - йомортҡаны йомро килеш ҡаты итеп бешергәндә, табала әҙерләгәндә,  аҡ һәм һарыһын ике яҡтан да һәйбәтләп ҡыҙҙырғанда – ҡош киҙеүе менән сирләү хәүефе һәм ҡурҡынысы юҡ, хатта сальмонеллездың да. Роспотребнадзор тикшеренеүҙәре буйынса, йомортҡала ҡош киҙеүе вирусы табылмаған, тип аңлатты ведомствоның Башҡортостан буйынса иралығы етәксеһе Анна Казак.

Фото: novyefoto.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас