

Лоперамид
Эс киткәндә имодиумдан ҡалышмай, өҫтәүенә, бер нисә тапҡырға арзаныраҡ. Ныҡ эс киткәндә уны тәүҙә 4 мг эсергә ҡушалар, һуңынан 2-шәр миллиграмм да етә.
Диазолин
Аллергиянан, ҡысыныуҙы баҫа, шешенеүҙе кәметә. Уның организмға зыяны юҡ, тип әйтергә була. Хатта балаларға ла 0,05 г күләмендә тәғәйенләйҙәр.
Валерьян тамсылары
Нервылар ҡуҙғып, тынысһыҙланғанда ярҙамға килер. Тик һөҙөмтәһе бик тиҙ генә булмауы ла мөмкин. (12 йәшкә тиклемге балаларға уны ҡулланырға ярамай).
Нитроглицерин
Йөрәк ауыртыуын баҫа, ҡан тамырҙарын киңәйтеп, ҡан әйләнешен яҡшырта. Шулай уҡ стенокардия өйәнәген тиҙ бөтөрә. Әммә баш ауыртыуына килтереүе бар.
Папазол
Юғары ҡан баҫымынан –гипертония ауырыуҙары, стенокардиянан. Көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр төймә эсергә мөмкин. (12 йәшкә тиклемге балаларға бирергә рөхсәт ителмәй).
Активлаштырылған күмер (активированный уголь)
Иң популяр сорбент-ағыуланғанда ашҡаҙан-эсәк трактындағы токсиндарҙы сығара. 10 кг кәүҙә ауырлығына бер төймә иҫәбенән сығып, һыуға һалып иҙеп эсергә кәрәк.
Дротаверин (но-шпа)
Эс ҡыҫып ауыртҡанда, сәнсеп ауыртҡанда 1 – 2 төймә эсергә кәңәш ителә. Самалап балаларға ла эсерергә мөмкин.