+11 °С
Ясно
Сәләмәтлек кәштәһе
1 Сентября 2023, 09:00

“Щетка” салаты ябыҡтырамы?

“Хәйерле көн, ҡыҙҙар! Берәй ябыҡтыра торған диета әйтегеҙ әле. Иллене тултырғас, тиҙ таҙара башланым, был арала көн һайын артып торам. Әҙ ашарға, күп хәрәкәтләнергә, тимәгеҙ. Ашауым күп түгел, эшем дә, ултырып ҡына эшләй торған түгел”, – тигән хат пәйҙә булды социаль селтәрҙәрҙә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Щетка” салаты  ябыҡтырамы?“Щетка” салаты  ябыҡтырамы?
“Щетка” салаты ябыҡтырамы?

Әлеге ханымға төрлө кәңәштәр биргәндәр. Әммә арала береһе бик ҡыҙыҡһындырҙы.

“Щетка” тигән салат ашағыҙ. Конкретно таҙарта организмды, эс кәмей. Свежий кәбеҫтә, кишер и сөгөлдөр бешмәгән – все через терку, тоҙ и шыйыҡ май менән заправляем. Бик шәп! Мин таҙара башлаһам, шуны ашап ябығам. 3 көн буйы шуны ҡулланам”, – тигән бер ханым.

Бынан таш та әлеге салатты маҡтап яҙыусылыр күп. Әммә ҡайһы берәүҙәр ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң ҡан баҫымын төшөрөүен әйткән.

Кемдең һынап ҡарағаны бар? Файҙаһы тейҙеме?

Фото: laser-estet.ru          

https://kiziltan.ru/articles/poleznoe/2023-08-31/schetka-salaty-yabyktyramy-3414011

Автор:
Читайте нас