+11 °С
Ясно
Сәләмәтлек кәштәһе
21 Ноября 2023, 11:00

Киҙеү осоро етте

Республикала һуңғы аҙналарҙа киҫкен респираторлы вируслы инфекциялар һәм киҙеү менән ауырыусылар күбәйҙе. Белеүебеҙсә, был инфекцияларҙың төрө лә йылдан-йыл үҙгәрә бара.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Киҙеү осоро еттеКиҙеү осоро етте
Киҙеү осоро етте

Эпидемия мәлендә бөтә халыҡтың 5 – 15 проценты сирләй, шуларҙың яртыһы – балалар. Киҙеү организмды өҙлөктөрөүе менән ҡурҡыныс. Дауаланмағанда ул пневмония, отиттан алып, йөрәк-ҡан һәм үҙәк нервы системаларын ҡаҡшатыуы ихтимал. Вирусын эләктергән кешенең тәүге 24 – 36 сәғәт эсендә тән температураһы күтәрелә, башы һәм тәне ауырта, ҡан баҫымы түбәнәйә, күҙ алмалары һыҙлай башлай. Вирустың, нервы системаһының төп функцияларына зыян килтереп, менингит кеүек ҡурҡыныс ауырыу барлыҡҡа килтереүе мөмкин.
Киҙеүҙе дауалау өсөн мотлаҡ вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланырға кәрәк. Ауырыуҙың тәүге ике көнөндә дарыу эскәндә сирле тиҙерәк һауыға. Тик тән температураһын төшөрөргә ашыҡмағыҙ, организм шул рәүешле вирус менән көрәшә.
Киҙеүҙән һаҡланыу саралары бик ябай. Һалҡын көндәрҙә йылы кейенеп йөрөгөҙ. Иммунитетығыҙҙы нығытыу сараһын күрегеҙ. Шулай уҡ эпидемия мәлендә халыҡ күп булған урындарҙа булмаҫҡа тырышығыҙ. Һәм иң мөһиме – гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Инфекция бысраҡ ҡулдан күҙ, танау, ауыҙ аша еңел генә үтеп инергә мөмкин.

Фото: smi24.net

Автор:
Читайте нас