+11 °С
Ясно
Сәләмәтлек кәштәһе
22 Ноября 2023, 05:00

Миҙгелендә ашап ҡалығыҙ!

Фейхоа - бик файҙалы емеш. Составында йод бик күп. С, В1, В2, В3, В5, В6, РР витаминдарына бай. С - витамины һыуыҡ тейгәндә шәп ярҙамсы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Миҙгелендә ашап ҡалығыҙ!Миҙгелендә ашап ҡалығыҙ!
Миҙгелендә ашап ҡалығыҙ!

В1 - баш мейеһе һәм йөрәк-ҡан эшмәкәрлеген яҡшырта. В2 - гармондарҙы нормала тота. В3 - ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, рак күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай. В5- һулыш органы сирҙәренә ҡаршы тора. В6 - көҙән йыйырыуҙан, аяҡ-ҡулдар ойоһа булыша. РР - витамины нерв системаһын яҡшырта. Ир-аттарҙа простатит булдырмай. Ябығырға теләгән кешеләр диета тотҡанда быны ашаһалар бик тиҙ формаға керәләр.
Һеҙгә фейхоанан бер-нисә рецепт:
1 кг фейхоаны ит тартҡыстан йәки блендорҙан үткәреп, 700 гр шәкәр менән бутап ҡуйырға була.
600 гр фейхоаны ит тартҡыстан сығарып 450 гр бал менән бутап ҡуйырға була.
600 гр фейхоаны, 1 лимонды ит тартҡыстан сығарып, шуға ҡырғыстан ҡырған 3 аш ҡашығы имбир һәм 0.5 кг шәкәр ҡушып бутап ҡуйһағыҙ ҡыш көнө һыуыҡ теймәҫкә йәки һыуыҡ тейһә ашарға кәрәк. Быларҙы барыһын да һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Фото: taketea.ru

Автор:
Читайте нас