+6 °С
Ясно
Сәләмәтлек кәштәһе
28 Ноября 2023, 07:00

Коклюш менән сирләүселәр һаны арта

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы республикала быума йүтәл (коклюш) менән ауырыу осраҡтарының артыуын билдәләй. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Коклюш менән сирләүселәр һаны артаКоклюш менән сирләүселәр һаны арта
Коклюш менән сирләүселәр һаны арта

Быйыл 10 айҙа 324 кеше сирләне, уларҙың 317-һе - балалар, тип хәбәр итә күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте. Белгестәр әйтеүенсә, бер аҙнанан ашыу дауам иткән йүтәл ауырыуҙың тәүге билдәһе булып тора. Был осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ауырыу лаборатор тикшереү ваҡытында ғына раҫлана.

Республикала киҫкен респиратор инфекцияларменән сирләү осраҡтары ла күбәйә бара. Бер аҙнала сирле уҡыусылар 60% артҡан.

Фото: s-voi.ru

Автор:
Читайте нас