+18 °С
Ясно
Сәләмәтлек кәштәһе
13 Декабря 2023, 08:00

Йүткерек йонсотҡандан шәп сара

Айырыуса был рецепт дарыу эсергә яратмаған балаларға оҡшар. Тәмле дауаны эшләр өсөн ике бешкән банан, ике аш ҡалағы бал һәм 400 мл һыу кәрәк буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йүткерек йонсотҡандан шәп сараЙүткерек йонсотҡандан шәп сара
Йүткерек йонсотҡандан шәп сара
Һыуҙы кәстрүлгә ҡоябыҙ ҙа ҡайнататырға ҡуябыҙ. Һыу ҡайнаған арала банандарҙы тышынан әрсеп сәнске ярҙамында яҡшылап иҙәбеҙ.
Һыу ҡайнап сыҡҡас уттан алабыҙ һәм банан иҙмәһен өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡуйы ғына масса килеп сығасаҡ.
Артабан әҙерәк һыуытып алабыҙ һәм бал ҡушып болғатабыҙ.
Дарыу әҙер!
 
Көнөнә 4 тапҡыр 2-3 сәй ҡалағын ашарға кәңәш итәләр. 2-3 көн ҡулланғанда йүткереүегеҙ кәмер, яҡшыраҡ йоҡларһығыҙ. Сөнки бананда тынысландырыу әһәмиәтенә эйә матдәләр ҙә бар.
 
Сәләмәт булығыҙ!
 
Сығанаҡ: https://ejansura.ru/
Автор:
Читайте нас