+28 °С
Болотло
Сәләмәтлек кәштәһе
15 Ғинуар 2024, 05:00

Үҙенсәлекле эсемлек

  Был шифалы эсемлекте һәр кем эшләй ала. Ул ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тота. Кефир һәм ҡарабойҙай ононан яһалған ҡатнашма ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тота, ҡан тамырҙарын таҙарта, эсәктәр, ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеген көйләй.

Үҙенсәлекле эсемлекҮҙенсәлекле эсемлек
Үҙенсәлекле эсемлек

Ҡарабойҙай оно кибеттәрҙә һатыла. Ярманы йыуып, киптереп, блендер йәки ҡәһүә онтағыс ярҙамында тарттырып, үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Кискеһен бер стакан кефирға бер аш ҡалағы ошо ондо һалып, яҡшылап болғатығыҙ һәм һалҡыныраҡ урынға (һыуытҡысҡа ла мөмкин) ҡуйығыҙ. Иртәнсәк ашар алдынан тағы берҙе болғап, эсегеҙ.

Эсемлектең зыяны юҡ. Бер ғәҙәтләнһәгеҙ, туҡлыҡлы ла, файҙалы ла рмзыҡ мотлаҡ оҡшар! Татлы ризыҡ яратһағыҙ, аҙ ғына йөҙөм йәки күрәгәне турап, ҡушып ебәрегеҙ.

Фото: zdorovogotovim.ru

Автор:
Читайте нас