+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек кәштәһе
23 Октябрь 2024, 11:05

Йүтәлде алоэ дауалай

Ангина, бронхит, пневмония мәлендәге йүткереүҙе йомшартыу өсөн алоэ шәрбәте ҡулланалар. Уны нисек яһарға һуң?

Йүтәлде алоэ дауалайЙүтәлде алоэ дауалай
Йүтәлде алоэ дауалай
  1. Киң ауыҙлы быяла һауыттың яртыһына ҡәҙәр ваҡланған алоэ япрағы һалырға.
  2. Шәкәр ҡомо менән күмергә.
  3. Марля менән ҡапларға.
  4. Өс көн тоторға, һөҙөргә.

Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 1 аш ҡашығы ҡабалар.

Икенсе рецепт:

Алоэ, бал, лимонды 1:1:1 ҡатнашмаһында яһарға, көҙҙән иртәнге яҡта ас ҡарынға бер аш ҡашығы эсә башлаһаң, һәйбәт була. Был профилактика һәм иммунитетты нығытыу өсөн кәрәк.

Фото: kazandoctor.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас