+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек кәштәһе
29 Октябрь 2024, 13:00

Көҙгө депрессия

Был иң киң таралған көҙгә сирҙәрҙеең береһелер.    Ул ғәҙәттә иртә көҙҙән башлана һәм яҙға тиклем дауам итә.   Көҙгө депрессияның төп сәбәбе – ҡояш нурының етмәүе.  Ни өсөндөр  көн яҡтыһының ҡыҫҡарыуы депрессияға килтерә.  Белегестәр күҙаллауынса, сәбәбе – күҙ селтәренең һиҙгерлегендә.   Ул кәмеү менән көҙгө депрессия хәүефе арта.  

Көҙгө депрессияКөҙгө депрессия
Көҙгө депрессия

Яҡтылыҡҡа күҙ селтәренең һиҙгерлеге кәмеүе һөҙөмтәһендә    организмға насар сигналдар бара башлай.  Һөҙөмтәлә кешелә  даими арығанлыҡ тойғоһо, йоҡо баҫыу,  иғтибарҙы туплай алмау, хәүеф тойғоһо, бер ниндәй сәбәпһеҙ төшөнкөлөккә бирелеү, апетиттың көсәйеүе күҙәтелә.

 Депрессиянан тыш, көҙгөһөн кешелә башҡа нервы ауырыуҙары ла көсәйә.  Тап ошо ваҡытта кешеләр йоҡоһоҙлоҡ, невроз, психоз һәм хәүеф тойғоһо көсәйеүе менән яфалана.  Көҙгө депрессиянан ҡотолоу өсөн күберәк  саф һауала йөрөргә тырышығыҙ.   Ул һеҙҙең көндәлек ғәҙәтегеҙгә әүерелһен.    Спорт, йүгереү, йөҙөү, бейеү, велосипедта йөрөү менән шөғөлләнегеҙ.   Улар организмда эндорфиндар – кәйефте күтәреүсе гормондар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.  Туҡланыу рационына ла иғтибарҙы көсәйтегеҙ. Ул витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә бай булһын. Ҡара сәй менән ҡаты ҡәһүә урынына үләндәр төнәтмәһе эсегеҙ.  Иң яҡшы тәбиғи антидепресанттарҙың береһе – мәтрүшкә сәйе.      

Фото: ru.pinterest.com

Автор:
Читайте нас