Ҡарабойҙай менән кефир
Кистән бер стакан ҡарабойҙай ярмаһын йыуып, таҙартып, өҫтөнә 0,5 л кефир ҡойоп әҙерләп ҡуйырға. Йоҡонан торғас, шуның яртыһын – иртәнге аш урынына, ҡалған өлөшөн йоҡлар алдынан ашарға кәрәк. Башҡа ваҡытта ғәҙәттәгесә туҡланырға. Ун көн ошондай кефир эскәндән һуң, ун көн ял итеп, унан тағы ҡабатларға.
Сәтләүек
Ял ваҡытында көнөнә бишәрҙән өрөк сәтләүеге ашағанда файҙаға ғына. Бер айҙан һуң ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертергә мөмкин, ул кәмергә тейеш. Ул ғына ла түгел, ул ҡан тамырҙарын нығытып, холестерин кимәлен кәметеүгә лә булышлыҡ итә.
Бюргер күнегеүҙәре
Күнегеүҙе иртән йоҡонан уянғас та эшләргә кәрәк. Ятҡан килеш аяҡтарҙы 30 см бейеклеккә күтәреп, 3 минут шул килеш тоторға. Һуңынан уларҙы иҙәнгә төшөрөп карауат ситенә ултырырға. Аяҡтарға ҡан барһын өсөн өс минут шулай ултырырға кәрәк. 10-15 минут буйы берсә ятып, берсә ултырып, ошо күнегеүҙәрҙе көн һайын ҡабатларға.
Лимон менән сей йомортҡа
Бер лимон һутын һәм сей йомортҡаны ҡушып бутарға һәм килеп сыҡҡан ҡатнашманы иртәнсәк ас ҡарынға эсергә. Дауаланыу курсы – өс көн. Шунан ун көн туҡтап торғандан һуң, тағы өс көн эсергә мөмкин.
Лавр япрағы
10 лавр япрағын алып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм йылы урында бер тәүлек төнәтергә. Был төнәтмәне ашарҙан ярты сәғәт алда ¼ стакан эсергә. Лавр япрағы төнәтмәһен ике аҙна эсергә кәрәк. Ул шулай уҡ ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.
Куркума
Ҡандағы шәкәр кимәлен куркума бик яҡшы төшөрә. Бының өсөн бер семтем тәмләткескә бер стакан ҡайнар һыуға ҡойоп, шуны иртәле-кисле эсергә. Уны төрлө ашамлыҡ әҙерләгәндә лә ҡушырға мөмкин. Куркума шулай уҡ ҡанды таҙарта, аш эшкәртеү процесын да яйға һала.